3 декабрь, Шәмбе

27 апрель 2010 йыл, 14:19

«Башкиррыбхоз» йәмғиәте "Торна баҫыуы" балыҡ хужалығында балыҡ тотоу миҙгелен аса

автор: Ғәлиә Нәбиева

Һыу биоресурстарын һаҡлау маҡсатында йыл һайын ыуылдырыҡ сәсеү ваҡытында балыҡ тотоуға тыйыу һалына. Һәүәҫкәр һәм спорт балыҡ тотоуы 1 майҙан 10 июнгә тиклем бар һыу ятҡылыҡтарында ла тыйыла.

Бер көн дә ҡармаҡһыҙ тора алмағандарҙы «Башкиррыбхоз» асыҡ акционерҙар йәмғиәте балыҡ ҡармаҡларға “Торна баҫыуы” балыҡ хужалығы быуаһына саҡыра. Балыҡ тотоу миҙгелен бында 1 майҙа асырға ниәтләйҙәр, һәм ул ҡара көҙгә тиклем дауам итәсәк. 550-600 һумға яҡты көн дауамында балыҡ ҡармаҡларға мөмкин. Теләге булғандар 100 һум түләп, балыҡ тотоу урынына үҙенең автомобилендә үтә ала.  

Бында яҡындарың менән балыҡ тотоу мөмкинлеген дә иҫәпкә алғандар. Ун йәшкә тиклемге баланы һәм инвалидты үҙең менән бушлай үткәрергә мөмкин. Бынан тыш һеҙҙе ҡатын-ҡыҙ һәм 10-16 йәштәрҙәге бала ла оҙатып килә ала. Ләкин яҡындарығыҙҙың һәр береһе өсөн 200-шәр һум сығарып һалырға тура киләсәк.  

Ошо миҙгелдән башлап балыҡ тотоуға төнгөлөккә ҡалырға ла ярай. Әгәр һеҙ киске туғыҙға тиклем килһәгеҙ, 1200 һум түләргә кәрәк буласаҡ. Был суммаға килгән көнөгөҙ, иртәгәһе көн һәм быуа ярында төнгөлөккә ҡалыуығыҙ өсөн түләүҙәр инә. Әгәр киске туғыҙҙан һуң килһәгеҙ, быуала ял итеүегеҙ 300 һумға кәмерәккә баҫасаҡ.

Даими клиенттарға мауығыуҙары күпкә арзанға төшә. Балыҡ хужалығына унынсыға килгән һәр балыҡсы даими клиентҡа иҫәпләнә. Даими балыҡсылар артабан 50 һумға арзаныраҡҡа балыҡ тоторға хоҡуҡ биреүсе дисконт картаға эйә була.  

Традицион балыҡ тотоуҙан тыш, «Башкиррыбхоз»да понтондағы беседкала ял урыны тәҡдим ителә, унда бер юлы 14 кеше урынлаша ала. Балыҡ һурпаһы (уха) әҙерләү өсөн — ҡаҙан, шешлектәр өсөн мангал бар, тотҡан балыҡтарығыҙҙы ыҫлар өсөн ыҫлағыс менән файҙаланырға ярай. Әгәр табышығыҙ ҙур булмаһа, яңы тотолған һәм ыҫланған балыҡты балыҡ хужалығында һатып алырға мөмкин.  

Хужалыҡта һеҙҙең өсөн аҙыҡ-түлек, эсемлектәр һатыусы киоск та эшләй. Шунда уҡ ҡармаҡтар, балыҡ тотоу өсөн башҡа төрлө кәрәк-яраҡ, балыҡ емләүгә аҙыҡ һатыла. Ҡармаҡ менән мангалды ваҡытлыса файҙаланыуға алырға ла ярай.  

Бар һорауҙар буйынса Өфө районы, Волково ауылы, “Торна баҫыуы” балыҡ хужалығына мөрәжәғәт итергә мөмкин. Бәйләнеш өсөн телефондар: 272-99-82, 270-36-92, 8-901-442-56-17.

темалар: балыҡ тотоу