4 декабрь, Йәкшәмбе

27 апрель 2010 йыл, 13:21

Орджоникидзе районында «Спорт наркотиктарға ҡаршы» акцияһы үтәсәк

автор: Дмитрий Слезин

Кесе йома, 6 майҙа, Өфөнөң «Төҙөүселәр» стадионында «Спорт наркотиктарға ҡаршы» акцияһы сиктәрендә, Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 65 йыллығына һәм Республика йылына арналған Орджоникидзе районының еңел атлетика эстафетаһы үткәрелә.

Ярыштар 15 сәғәт 30 минутта башлана – мәктәптәрҙең беренсе уҙышы, 16 сәғәттә — мәктәптәрҙең икенсе уҙышы, 16 сәғәт 30 минутта — үҫмерҙәр клубтары һәм ирҙәр командалары, 17 сәғәттә – уҡыу йорттары, производство коллективтары.

Һуңынан ошонда уҡ еңел атлетика йүгереүе — Тыныслыҡ уҙышы үтәсәк.