Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.66

EUR 63.72

22 ғинуар, Йәкшәмбе

Уфа   °

Йыл башынан алып республикала меңдән ашыу янғын булған

Йәмғиәт

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса Баш идаралығының Дәүләт янғын күҙәтеү идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, 2010 йылдың 23 апреленә ҡарата республикала 41 миллион һумдан ашыу матди зыян килтергән 1239 янғын булған. Утта 118 кеше, шул иҫәптән һигеҙ бала, һәләк булған, 118 кеше төрлө дәрәжәләге йәрәхәт алған.  

Яҙ-йәй миҙгелендә торлаҡ секторында, урман массивында, баҡса ширҡәттәрендә, торфлы урындарҙа, баҫыуҙарҙа янғындар артыуын билдәләргә кәрәк.

Уҙған йылдың апрелендә генә республикала 337 янғын теркәлгән, уларҙа 34 кеше һәләк булған һәм 28-е төрлө күрһәтеүенсә, 43 процент осраҡта янғынға ут менән һаҡһыҙ эш итеү сәбәпсе, ә кешеләрҙең 44 проценты алкоголь эсемлектәр ҡулланғандан һуң һәләк була.  

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть