Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.88 ↓

EUR 65.95 ↑

28 июнь, Шаршамбы

Уфа   °

Умартасылыҡ һәм апитерапия үҙәге француз ҡорамалын индерә

Иҡтисад

Башҡортостан умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәге Франциянан уникаль ҡорамал һатып алды. Уның аналогтары республикала ғына түгел, Рәсәйҙә лә юҡ. Үҙәк етәксеһе Әмир Ишемғолов хәбәр итеүенсә, 2009 йылда башҡорт тоҡомо бал йыйыусы ҡорттарҙың инә ҡортон сығарыуҙың интенсив технологияһын асыҡлау буйынса ғилми тикшеренеүҙәр үткәрелгәйне. Һынауҙарҙа ватанда етештерелгән, шулай уҡ Германия һәм Франциянан әҙерләүсе фирмаларҙың ҡорамалдары ҡулланылғайны. Башҡорт тоҡомо бал ҡорттары менән эшләү өсөн иң һөҙөмтәлеһе һәм ҡулайлыһы итеп француз ҡорамалы табылды.

Апрелдә учреждение яңы техниканы һатып алды. Уны ҡуйғас, үҙәк белгестәре бер миҙгелдә 12 меңдән ашыу тоҡомло инә ҡорт ала аласаҡ. Был элекке йылдарҙағыға ҡарағанда 4 тапҡырға күберәк. Былтыр ике мең генә инә ҡорт алынғайны.

Яңы ҡорамал башҡорт тоҡомо бал ҡорттарын һаҡларға һәм арттырырға ярҙам итәсәк. Беренсе һөҙөмтәне белгестәр быйыл уҡ алырға өмөтләнә. 6 июнгә тиклем 2500 инә ҡорттан торған беренсе партия үҙ умарталарын ҡора башлаясаҡ.

Умартасылар быйыл йәй данлыҡлы башҡорт балын күберәк йыйып алырға планлаштыра. Был уңышлы ҡышлатыуға һәм умартасыларҙың профессиональ күнекмәләренә бәйләнгән.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть