11 декабрь, Йәкшәмбе

27 апрель 2010 йыл, 11:10

Өфөнөң “һаҡаллы” төҙөлөш проблемалары аҡрынлап хәл ителә

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

Өфөлә “һаҡаллы” төҙөлөш мәсьәләләренә ҙур иғтибар бирелә. Проблемаларҙың төп сәбәптәре ҡала төҙөлөшө һәм ер закондары нормаларын боҙоуға, төҙөлгән йортто һатҡанда аралашсы һәм вексель схемаларын ҡулланыуға, шулай уҡ иҡтисади яңылыш иҫәпләүҙәргә ҡайтып ҡала. Был проблемаларҙы хәл итеү – ҡала хакимиәтенең, БР Төҙөлөш, архитектура һәм транспорт министрлығының һәм хоҡуҡ һаҡлау органдарының төп бурыстарының береһе.

— Торлаҡ йорттар төҙөлөшөн аҙағынаса еткереү һәм уға аҡса һалған кешеләр үҙ фатирҙарын алһын өсөн бөтә саралар күрелә, — тип хәлгә аңлатма бирҙе Өфө хакимиәтенең Капиталь төҙөлөш идаралығы начальнигы Ильяс Мөниров. – Мәҫәлән, бөгөн ҡаланың Ленин районындағы төҙөлөштө тамамлау өсөн инвестор табыуға өлгәштек (төҙөүсеһе «Баир» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте). Хәҙер рөхсәт һәм проект документацияһы тәртипкә килтерелә, подрядсы эшен башланы.

«Простор» инвестиция компанияһы» ябыҡ акционерҙар йәмғиәтенең торлаҡ йорттар төҙөлөшөн артабан дауам итеү мәсьәләһе хәл итеү стадияһында. «Каскад» һәм «Седьмое небо» торлаҡ комплекстары буйынса, ипотека программаларын файҙаланып, төҙөлөштө тамамлау мөмкинлеге ҡарала.

Ильяс Мөниров, башҡа йорттар буйынса ла хәл етди контролгә алынған, тип билдәләне.