4 декабрь, Йәкшәмбе

27 апрель 2010 йыл, 10:28

Беренсе кварталда республикала 53 торлаҡ йорт сафҡа индерелде

автор: Ғәлиә Нәбиева

Республиканың төҙөлөш ойошмалары быйыл беренсе кварталда 53 торлаҡ йорт һәм 64 торлаҡ булмаған тәғәйенләнештәге бинаны файҙаланыуға тапшырҙы. Башҡортостанстат мәғлүмәттәренә ҡарағанда, ауыл хужалығында, нефть табыу, аҙыҡ-түлек продукттары етештереү, ваҡлап һатыу, йәмәғәт туҡланыуы, транспорт, элемтә һәм башҡа предприятиеларҙа производство ҡеүәттәре сафҡа индерелде.

Статистиктар иҫәпләүенсә, өс айҙа финанслауҙың бөтә сығанаҡтары иҫәбенә 257,1 мең квадрат метр дөйөм майҙан менән торлаҡ йорттар тапшырылған. Был 2009 йылдың шул уҡ осорона ҡарата 98,1 процент. Ауыл ерендә — 121 мең, ҡалаларҙа 136,1 мең квадрат метр торлаҡ сафҡа индерелгән.

Элеккесә индивидуаль төҙөлөш өлөшө өҫтөнлөк ала. Бөгөн ул 80,6 процент тәшкил итә. Халыҡ 207,2 мең квадрат метр дөйөм майҙан менән 1870 үҙ йортон һалып инде.

Социаль инфраструктура объекттарынан 793 уҡыусыға иҫәпләнгән дөйөм белем биреү учреждениелары, сменаһына 10 кеше ҡабул итерлек амбулатор-поликлиника учреждениеһы, 100 урынлыҡ клуб тибындағы мәҙәниәт учреждениеһы, 566,3 квадрат метр дөйөм майҙан менән спорт залдары, физкультура-сәләмәтләндереү комплексы, ике мәсет файҙаланыуға тапшырылды.

Беренсе кварталда төҙөлөш эштәре күләме 11 миллиард һумлыҡ баһаланды йәки 2009 йылдың шул уҡ осоро кимәленә ҡарата 91,5 процент. Төҙөлөш ойошмалары етәкселеге икенсе кварталда эштәр күләмен арттырырға планлаштыра.