6 декабрь, Шишәмбе

27 апрель 2010 йыл, 10:23

Өс айҙа республика аграрийҙары 14,7 миллиард һумға продукция етештергән

автор: Ғәлиә Нәбиева

Быйылғы йылдың тәүге кварталында Башҡортостанда етештерелгән ауыл хужалығы продукцияһының күләме 14,7 миллиард һум тәшкил иткән, йәғни уҙған йыл кимәле менән сағыштырғанда ул 102,1 процентҡа тиң.

Башҡортостанстат мәғлүмәте буйынса, бар категориялағы хужалыҡтарҙа һуғымға  85,9 мең тонна мал һәм ҡош-ҡорт үрсетелгән, 419,2 мең тонна һөт, 278,1 миллион дана йомортҡа етештерелгән. Теплица ярҙамында 2,2 мең тонна йәшелсә үҫтерелгән (2009 йылдың 1 кварталына ҡарата 109,6%).

Республиканың 20 муниципаль районының ауыл хужалығы предприятиеларында мал һәм ҡош-ҡорт производствоһы үҫеше күҙәтелгән, 41 муниципаль районда һөт етештереү артҡан, улар өлөшөнә тулайым производство күләменән 41,2% һәм 87% тура килә.

Статистиктар иҫәпләүенсә, һуғымға һимертелгән бер баш һыйыр малының уртаса ауырлығы 327 килограм тәшкил иткән (2009 йылдың ғинуар-мартында – 323 килограмм), сусҡаларҙыҡы – 103 килограмм (102 килограмм).

Һөт етештереүҙә үҫеш күҙәтелгән. Беренсе кварталда бер һыйырҙан уртаса 855 кг һөт һауылған, былтыр ул 803 кг тәшкил иткән. Иң юғары һауымдар Стәрлетамаҡ (1321 килограмм), Өфө (1240), Тәтешле (1223), Ауырғазы (1215), Баҡалы (1202) ауыл хужалығы предприятиеларына тура килә.

Шул уҡ ваҡытта статистиктар мал иҫәбе кәмеүен дә билдәләй. 1 апрелгә ҡарата бар ауыл хужалығы предприятиеларында һыйыр малы 1745,8 мең баш тәшкил иткән (уҙған йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда 0,2 процетҡа кәмерәк).