Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.21 ↓

EUR 63.62 ↑

25 ғинуар, Шаршамбы

Уфа   °

«Көньяҡ Урал-2010» туриадаһы 30 апрелдә старт ала

Йәмғиәт

30 апрелдән 10 майға тиклем Силәбе өлкәһенең Төлөк ҡасабаһында спорт туризмы буйынса VII «Көньяҡ Урал-2010» асыҡ Республика туриадаһы үтәсәк.

БР Йәштәр сәйәсәте, спорт һәм туризм министрлығының рәсми сайтынан хәбәр итеүҙәренсә, йолаға һәм дөйөм туристик байрамға әйләнгән Көньяҡ Уралға яҙғы походтар ярышы быйыл Бөйөк Еңеүҙең 65 йыллығына арнала.

1-3 ҡатмарлылығындағы бәләкәй категориялағы маршруттар ҡатнаша.

Ярыштар менән Башҡортостан Республикаһының Туристик-спорт ойошмаһы менән берлектә БР Йәштәр сәйәсәте, спорт һәм туризм министрлығы етәкселек итәсәк.

Туриадала теләге булғандарҙың барыһы ла ҡатнаша ала.

Туриаданы асыу тантанаһы 30 апрелдә көндөҙгө сәғәт бергә билдәләнгән.

Старт урыны — Төлөк ҡасабаһындағы «Ватанды һаҡлаусыларға» һәйкәле.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть