11 декабрь, Йәкшәмбе

27 апрель 2010 йыл, 9:34

Өфөлә милиция юғалған ҡыҙҙы эҙләй

автор: Әлим Фәйезов

Өфө ҡалаһы буйынса Эске эштәр идаралығы хәбәрһеҙ юғалған Грушева Александра Евгеньевнаны эҙләй, ҡыҙ 2000 йылда тыуған.

БР буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, 25 апрелдә милицияға балаһы юғалыуы тураһында ғариза менән ҡыҙҙың әсәһе мөрәжәғәт итә. Ата-әсәһе һүҙҙәре буйынса, ҡыҙыҡай көндөҙ Гвардейская урамындағы өйҙәренән (Шакша биҫтәһе) уйнарға сыға һәм кире әйләнеп ҡайтмай. Мәктәп уҡыусыһының үҙе менән кәрәҙле телефоны була, ләкин ул 21.00-дә һүндерелгән.  

Ҡыҙ йөҙгә 9-10 йәштәрҙә, буйы 140 см, һоро ҡыҫҡа тулҡынлы сәсле, күҙҙәре һоро, тән төҙөлөшө уртаса. Күк төҫтәге спорт курткаһында, күк джинсыла, алһыу футболкала, асыҡ күк төҫтәге кроссовкаларҙа булған.

Әгәр кемдер Александра Грушеваны күрһә, йәки уның әлеге ваҡытта ҡайҙа булыуы хаҡында хәбәрҙар икән, милиция түбәндәге телефон номерҙарына шылтыратыуығыҙҙы һорай: 237-19-60, 242-13-72 йәки 02.

темалар: милиция, эҙләү