7 декабрь, Шаршамбы

26 апрель 2010 йыл, 17:16

28 апрелдә инвалидлыҡты билдәләү мәсьәләһе буйынса граждандарҙы ҡабул итеү үткәрелә

автор: Евгений Рәхимҡолов

28 апрелдә Рәсәй Федерацияһы Президентының Волга буйы федераль округындағы тулы хоҡуҡлы вәкиленең Башҡортостан Республикаһындағы йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһендә инвалидлыҡты билдәләү мәсьәләләре һәм мөмкинлектәре сикләнгән кешеләрҙе эшкә урынлаштырыу буйынса граждандарҙы ҡабул итеү үткәрелә.

Мөрәжәғәт итеүселәрҙе 10-12 сәғәттәрҙә Башҡортостан Республикаһы буйынса медик-социаль экспертизаның баш бюроһы етәксеһе Юрий Томилов ҡабул итә.

Йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһенең адресы: Өфө ҡалаһы, Цюрупа урамы, 100-сө йорт ("Үҙәк баҙар" транспорт туҡталышы). Белешмәләр һәм алдан яҙылыу өсөн телефондар: 251-64-39, 251-77-91.

темалар: анонс