11 декабрь, Йәкшәмбе

26 апрель 2010 йыл, 17:12

Өс айҙа сысҡан биҙгәге менән 140 кеше ауырыны

автор: Ғәлиә Нәбиева

2010 йылдың өс айында республикала 140 кешенең бөйөр синдромы менән геморрагик биҙгәк менән сирләү осрағы теркәлде, был 2009 йылдың шул уҡ осорондағы ауырыуҙар кимәленән (188 осраҡ) 34 процентҡа кәмерәк.

“Роспотребнадзор”ҙың Башҡортостан буйынса идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, сысҡан биҙгәге буйынса эпидемиологик хәл 2009 йылда сиктән тыш хәүефле тип баһаланды. Сирләүҙәрҙең артыуына төп вирус йөрөтөүсе — урман сысҡаны һымаҡ кимереүселәрҙең күбәйеүе сәбәп булып торҙо.

2009 йылда республикала сысҡан биҙгәге менән 3257 кеше ауырыны, был 2008 йыл кимәленән 32 процентҡа юғарыраҡ. Иң күп сирләүселәр һаны йәйге-көҙгө осорға тура килде. Зарарланыуҙар осрағының 79 проценты урманға сығыуҙарға тура килә.

Бөтә ауырыусыларҙың 73 процентын 20 йәштән алып 50 йәшкә тиклемге эшкә һәләтле кешеләр тәшкил итә.

Бөйөр синдромы менән сысҡан биҙгәге буйынса имен булмаған территорияларға һәр йылдағыса Благовещен, Өфө, Иглин, Тәтешле, Мишкә, Асҡын райондары инә.

Баҡса миҙгеле асылыу алдынан “Роспотребнадзор” белгестәре баҡсасыларҙы сысҡан биҙгәген иҫкәртеү сараларын күҙәтергә саҡыра. Баҡса һәм дача өйҙәрен йыйыштырғанда мотлаҡ марля битлек һәм бирсәткә кейеп эшләргә кәрәк. Иҙәнде һеперергә ярамай. 3 процентлы хлорамин иретмәһен ҡулланып йыуып сығарырға, шулай уҡ һауыт-һабаны ла ошондай уҡ иретмә менән эшкәртергә кәрәк. Аҙыҡ-түлекте ҡапҡаслы тимер бактарҙа йәки башҡа төрлө сысҡан инмәҫлек урындарҙа һаҡлау яҡшы.