11 декабрь, Йәкшәмбе

26 апрель 2010 йыл, 16:48

Беренсе май байрамдарында Туймазы фермерҙары томаттар йыя башлай

автор: Ғәлиә Нәбиева

Тәүге томат уңышын «Туймазинец» крәҫтиән-фермер хужалығы ассоциацияһында беренсе май байрамдарында йыйырға планлаштыралар. Быйылғы йылда һаҡланған грунтта томат үҫтереүгә фермерҙар 80 гектар ер бүлгән.  Фермер хужалыҡтары ассоциацияһынан хәбәр итеүҙәренсә, помидорҙан һәйбәт уңыш көтөлә.

Параллель рәүештә ауыл эшсәндәре ҡыяр йыйыуҙы ла дауам итә. Туймазы фермерҙары көн һайын республика һәм күрше төбәктәр халҡына 200 тонна самаһы ҡыяр оҙата. Витаминлы продукцияны һатып алырға теләүселәр күп.  

Туймазылар ассортиментында бәшмәктәр ҙә бар. Йыл әйләнәһенә аҡ көләпәне (шампиньондарҙы) крәҫтиән-фермер хужалығы ассоциацияһы ағзаһы Олег Фәррәхов үҫтерә. Бер айҙа уның бәшмәк «кәрзине» 4 тонна тәшкил итә. Үҙенең продукцияһын ул Туймазы һәм Туймазы районы халҡына тәҡдим итә.