7 декабрь, Шаршамбы

26 апрель 2010 йыл, 16:26

Малсылыҡ – Баҡалы районы өсөн перспективалы тармаҡ

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

Һуңғы йылдарҙа Баҡалы районында малсылыҡ үҫешендә ыңғай динамика күҙәтелә. Был турала малсылыҡ мәсьәләләре буйынса республика семинар –кәңәшмәһендә Баҡалы районы муниципаль район хакимиәте башлығы Александр Андреев хәбәр итте.  Ауыл хужалығы предприятиелары малдың тоҡом сифаттарын яҡшыртыу һәм яһалма аталандырыу менән әүҙем шөғөлләнә.  

— Күрһәткестәр малсылыҡтың перспективалы һәм беҙҙең өсөн бик кәрәк тармаҡ булыуы хаҡында һөйләй, — тип билдәләне Александр Андреев. — Бөгөнгө көндә бар категориялағы хужалыҡтарҙа 26 921 баш һыйыр малы, шул иҫәптән 9090 һыйыр тотола. Бынан тыш — 2 615 ат, 7 892 сусҡа, 11806 һарыҡ һәм 219 мең баш ҡош-ҡорт иҫәпләнә. Ағымдағы йылдың беренсе кварталында 8600 тонна һөт һәм 822 тонна ит етештерелгән. 2009 йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда был күпкә артығыраҡ. Шулай уҡ продукцияны һатыу күләме, малдың продуктлылығы ла һиҙелерлек артҡан.  

«2012 йылға тиклем малсылыҡты үҫтереү» район программаһын ғәмәлгә ашырыу сиктәрендә буш торған мал биналарын үҙләштереү һәм модернизациялау буйынса маҡсатлы эш алып барыла. 2007 йылдан алып буш торған 20 бина тултырылған. Ағымдағы йылда йәнә алтауҙы тултырыу планлаштырыла. Был эш менән ауыл хужалығы предприятиелары, шәхси ярҙамсы хужалыҡтар һәм Баҡалы районының шәхси эшҡыуарҙары шөғөлләнә.

Александр Андреев һөйләүенсә, районда халыҡтан һөт йыйыу эше уңышлы алып барыла. Һуңғы дүрт йылда был продуктты һатып алыу ике тапҡырға артҡан. Ағымдағы йылдың беренсе кварталында 378 тонна һөт йыйылған. Ауыл биләмәләре башлыҡтары, йыйыусы һәм сауҙа предприятиеларының берҙәм эш итеүе арҡаһында шәхси ярҙамсы хужалыҡтар етештергән продукцияны һатыу менән районда ауырлыҡтар юҡ.