11 декабрь, Йәкшәмбе

26 апрель 2010 йыл, 16:24

Һамарҙа экологик именлек буйынса конференция үтте

автор: Евгений Рәхимҡолов

Һамарҙа «Экологик хәүефтән һаҡлау көндәре үткәреүҙе ойоштороу — Рәсәй Федерацияһы төбәктәре практикаһы һәм тәжрибәһе» Бөтә Рәсәй конференцияһы үткәрелде. Был сараны Дөйөм Рәсәй Экологик хәүефтән һаҡлау көндәрен ойоштороу комитеты, Бөтә Рәсәй тәбиғәтте һаҡлау йәмғиәте, Рәсәй Бойондороҡһоҙ профсоюздар федерацияһы һәм Һамар өлкәһе Хөкүмәте ойошторҙо.  

БР Профсоюздар федерацияһы матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, конференцияла республикабыҙ профсоюздары вәкилдәре ҡатнашты. Бөтәһе конференцияға илдең төрлө төбәктәренән – Санкт-Петербургтан алып Камчатка крайына тиклем 150-нән ашыу ҡатнашыусы йыйылды. Бында Башҡортостандан тыш, тағы ике төбәктән – Татарстан Республикаһынан һәм Мәскәү өлкәһенән профсоюз вәкилдәре килгәйне.  

темалар: профоюздар