Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.66

EUR 63.72

22 ғинуар, Йәкшәмбе

Уфа   °

Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары өсөн концерт

Йәмғиәт

27 апрелдә Өфөнөң Октябрь районы «Буревестник» үҫмерҙәр клубында Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һәм тыл эшсәндәре өсөн концерт күрһәтелә.

Сараны Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 65 йыллығын байрам итеү сиктәрендә үҫеп килеүсе быуынды патриотик рухта тәрбиәләү маҡсатында үҫмерҙәр клубы хеҙмәткәрҙәре, Өфөнөң, Октябрь районы хакимиәтенең йәмәғәтселек менән бәйләнеш һәм социаль-профилактик үҙәктәрҙе яраштырыу бүлеге ойоштора, тип хәбәр итә район хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге.  

Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар һәм тыл эшсәндәре алдында байрам концерты менән «Буревестник»тың йәш артистары сығыш яһаясаҡ. Ветерандарҙы ҡала Советы депутаты  Марат Вәсимов ҡотларға йыйына. Фронтовиктар һәм тыл эшсәндәре һуғыш йылдары тураһында үҙ иҫтәлектәре менән уртаҡлашасаҡ. Сараның аҙағында ҡунаҡтарға сәй эсереү ойоштороласаҡ.

Концерт 17 сәғәттә башлана, клубтың адресы: Өфө, Рәсәй урамы, 153-сө йорт.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть