9 декабрь, Йома

26 апрель 2010 йыл, 15:58

Башҡортостан делегацияһы Абхазия һәм Төркиәлә эшлекле осрашыуҙар үткәрә

автор: Әлим Фәйезов

Бөгөн, 26 апрелдә, республика Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев етәкселегендәге Башҡортостандың рәсми делегацияһы Абхазия Республикаһына осто.  Делегация составында — Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, БР сәнәғәт, инвестицион һәм инновацион сәйәсәт министры Юрий Пустовгаров һәм башҡа рәсми вәкилдәр бар. БР Сәнәғәт һәм тышҡы иҡтисади бәйләнештәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Абхазия Республикаһына визит ике көнгә һуҙыласаҡ. 27 апрелдә Башҡортостан делегацияһы Абхазия Республикаһынан Төркиә Республикаһына осорға тейеш. Башҡортостан Республикаһы делегацияһының Төркиә Республикаһына рәсми визиты 29 апрелгә ҡәҙәр дауам итәсәк.

Абхазия Республикаһында Башҡортостан делегацияһы Абхазия Президенты Сергей Багапш менән осрашасаҡ. Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев һәм Абхазия Президенты Сергей Багапштың Башҡортостан Республикаһы (Рәсәй Федерацияһы) менән Абхазия Республикаһы араһындағы 2010-2011 йылдарға иҫәпләнгән хеҙмәттәшлекте үҫтереү буйынса саралар планына ҡул ҡуйыуы планлаштырыла. Планда шулай уҡ Абхазиялағы Рәсәй Федерацияһының Ғәҙәттән тыш һәм тулы хоҡуҡлы илсеһе Семен Григорьев менән эш осрашыуын үткәреү ҙә ҡаралған.  

27 — 29 апрелдә Башҡортостан республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры Раил Сарбаев етәкселегендәге БР-ҙың рәсми делегацияһы Төркиә Республикаһында (Истанбул ҡалаһы) эш осрашыуҙары үткәрә. Тәүге көндә Анадолу Саглык Меркези медицина үҙәгендә эшлекле осрашыуҙар һәм «Анадолу групп» холдингы етәкселеге менән һөйләшеүҙәр көтөлә. Икенсе көнөнә "Шишеджам" холдингы етәкселеге менән Рәсәйҙә быяла етештереү мәсьәләләре буйынса  һәм Башҡортостан Республикаһында сода производствоһы үҫеше перспективалары тураһында һөйләшеүҙәр планлаштырыла. Башҡортостандың рәсми делегацияһы йәнә  Истанбулдағы Рәсәй Федерацияһының генераль консулы Алексей Ерхов менән осрашыу үткәрәсәк. 29 апрелдә башҡорт делегацияһы Төркиә экспортерҙар палатаһы вәкилдәре һәм күн тармағында потенциаль инвесторҙар менән осрашырға тейеш.