9 декабрь, Йома

26 апрель 2010 йыл, 15:21

Бөгөн – Радиация авариялары һәм һәләкәттәр ҡорбандарын иҫкә алыу көнө

автор: Евгений Рәхимҡолов

Бөгөн донъяның күп илдәрендә Халыҡ-ара радиация авариялары һәм һәләкәттәр ҡорбандарын хәтергә алыу көнө билдәләнә. Иҫтәлекле дата итеп 26 апрель осраҡлы рәүештә һайланмаған. Тап ошо көндә 1986 йылда кешелек тарихында иң ҙур техноген һәләкәт – Чернобыль АЭС-ында авария була.

Станцияның дүртенсе энергоблогында шартлау үҙ ваҡытында Хиросимаға ташланған бомбанан ҡеүәте буйынса 500 тапҡырға артығыраҡ була. Был һәләкәт һөҙөмтәһендә радиоактив зарарланыу 30 километр радиуста тарала. Украинаның дөйөм радиацион бысраныу майҙаны 12 өлкәлә 50 мең квадрат километрҙан ашыу тәшкил итә. Бынан тыш, Рәсәйҙең 2,6 миллион кешеһе менән 60 мең квадрат километр самаһы территорияны биләгән 19 төбәге радиация менән зарарлана, шулай уҡ Европаның ҡайһы бер илдәре һәм Белоруссия халҡының 20 процентҡа яҡыны йәшәгән 46 мең квадрат километр территорияһы бысрана.

1986 йылдың апреленән 1990 йылдың ноябренә тиклем осорҙа катастрофа эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнашыу өсөн 340 мең кешенән торған 210 соединение һәм хәрби часть йәлеп ителә. Ә авария эҙемтәләрен бөтөрөү ваҡытында Чернобыль аша бөтәһе 600 меңдән ашыу хәрби хеҙмәткәр үтте, уларҙың күптәре дәүләт наградаларына лайыҡ булды.  

Катастрофанан һуң тәүге дүрт йылда авария эҙемтәләрен бөтөрөүселәр отрядтары иҫ киткес ҙур күләмдә эштәр башҡарҙы. 3,5 мең квадрат километрҙан ашыу майҙанда радиоактив зарарланыуға контроль тәүлек һайын үткәрелде.

2003 йылдың сентябрендә БДБ илдәре саммитында Украина президенты Леонид Кучма тәҡдиме буйынса 26 апрелде Халыҡ-ара радиация авариялары һәм һәләкәттәре ҡорбандары көнө итеп иғлан итергә ҡарар ителде. Ә 2003 йылдың декабрендә БМО Генераль Ассамблеяһының 58-се сессияһы делегаттары Чернобыль АЭС-ындағы авария эҙемтәләренең оҙайлы характерын һыҙыҡ өҫтөнә алыусы Чернобыль буйынса резолюция ҡабул итте. Резолюция халыҡ-ара хеҙмәттәшлекте нығытыуҙы һәм был авария эҙемтәләрен йомшартыу буйынса бөтә донъя берләшмәһе көстәрен бергә туплауҙы ҡарай.