5 декабрь, Дүшәмбе

26 апрель 2010 йыл, 15:13

«Башкортостан-2010. Кто есть кто» белешмәһенең сираттағы баҫмаһы сыҡты

автор: Любовь Колоколова

Өфөлә «Башкортостан-2010. Кто есть кто» мәғлүмәти белешмәнең сираттағы, иҫәп буйынса ун беренсе, баҫмаһы сыҡты. Белешмә Башҡортостан Республикаһы Сауҙа-сәнәғәт палатаһы менән әҙерләнгән. Унда республика власть органдарының, федераль структураларҙың территориаль идаралыҡтарының, урындағы үҙидара органдарының, йәмәғәт ойошмаларының, Башҡортостан учреждениелары һәм предприятиеларының 900-ҙән ашыу етәксеһенең ҡыҫҡаса биографик мәғлүмәте, эш адрестары һәм телефондары бирелә.

Белешмәлә 2010 й    ылдың февраленә ҡарата мәғлүмәт бирелгән. Эҙләү уңайлы булһын өсөн китапта ҡатнашыусыларҙың вазифа реестры бар.