3 декабрь, Шәмбе

26 апрель 2010 йыл, 15:06

Йәштәрҙе "Яңы ҡараш" бөтә Рәсәй социаль реклама конкурсында ҡатнашырға саҡыралар

автор: Любовь Колоколова

"Яңы ҡараш" бөтә Рәсәй социаль реклама конкурсы иғлан ителде. Ул 14-30 йәштәге йәштәргә иҫәпләнгән һәм йәштәрҙең бихисап көнүҙәк проблемаларына ҡағыла.

Конкурсты РФ Федераль Йыйылыш Дәүләт Думаһының йәштәр эштәре буйынса комитеты, “Йәштәр донъяһы” төбәк-ара йәмәғәт фонды ойоштора. Конкурсҡа Рәсәй журналистар союзы, YOJO.ru йәш журналистар өсөн мәғлүмәт порталы, 15 федераль министрлыҡ һәм ведомстволар, эре бизнес вәкилдәре ярҙам күрһәтә.  

Конкурс киләһе темалар буйынса үтә: «Еңеүсе халыҡ!» — Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 65 йыллығына арналған махсус номинация, «Булмышы менән – уҡытыусы», «Рәсәйгә хеҙмәт итәм», «Беҙҙең мәҙәниәт», «Сәнғәттең ижади көсө», «Киләсәгемде төҙөйөм» (йәштәр эшҡыуарлығы темаһы), «Халыҡтар дуҫлығы — Рәсәй берҙәмлеге», «Ғаиләм — байлығым», «Йәштәр. Инновациялар. Киләсәк», «Таҙа ҡала – таҙа планета», «Сағыу йәшә!», «Тиң мөмкинлектәр донъяһы», «Йәбер-золомға ҡаршы» һәм башҡалар.

Конкурс ике этапта бара: төбәк этабы 30 апрелдә тамамлана, федераль этап 1 майҙан 20 июнгә ҡәҙәр үтәсәк. Конкурста ҡатнашыусыларҙан ҡыҙыҡлы ижади эштәр – социаль плакаттар һәм видеороликтар көтөлә.

Еңеүселәр үҙҙәренең эштәрен илебеҙҙең байтаҡ белем биреү учреждениеларында күрһәтеү мөмкинлеге аласаҡ.

Тулыраҡ мәғлүмәтте www.konkurs.mirmolodezhi.ru сайтынан алырға мөмкин.