10 декабрь, Шәмбе

26 апрель 2010 йыл, 13:48

Халыҡ иҫәбен алыу тураһындағы законға төҙәтмәләр индерелә

автор: Ғәлиә Нәбиева

«Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу тураһында» законға төҙәтмәләр индерергә кәрәк. 2010 йылғы Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыуҙы үткәреү буйынса хөкүмәт комиссияһы үҙенең беренсе ултырышында ошондай ҡарар ҡабул итте.

“Росстат”тан хәбәр итеүҙәренсә, төҙәтмәләрҙе ҡабул иткән осраҡта иҫәп алыусылар граждандарҙың ниндәй милләткә ҡарауы тураһындағы графаға респонденттарҙың һүҙенән яуап яҙа аласаҡ. Әлеге ваҡытта закон менән, граждандар был һорауға яуапты үҙҙәре яҙырға тейеш, тип ҡаралған. Әгәр респондент рус телен аңламаһа йәки яҙа белмәһә, был билдәле бер ҡатмарлылыҡтар тыуҙыра. Ямалда халыҡ иҫәбен алыу үткәргәндә бындай проблема менән күп тапҡыр осраштылар.

Ултырышта ил тормошондағы был мөһим ваҡиғаға әҙерлек мәсьәләләре тикшерелде.

— 2010 йылғы халыҡ иҫәбен алыу тәүге тапҡыр урындағы үҙидара реформаһын иҫәпкә алып илдәге демографик хәл буйынса мәғлүмәттәрҙе бирәсәк, был бюджет-ара мөнәсәбәттәрҙе оптималләштерергә ярҙам итәсәк, — тине үҙ сығышында Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе урынбаҫары, РФ Хөкүмәте Аппараты етәксеһе Сергей Собянин.  

“Росстат” етәксеһе Александр Суринов Ямал-Ненец автономиялы округының төпкөл райондарында халыҡ иҫәбен алыуҙың нисек үтеүе хаҡында һөйләне. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, ул апрель башында үткәрелде.

Александр Суринов Комиссияның оператив эшләүен юғары баһаланы һәм халыҡ иҫәбен алыу буйынса “Росстат”тың бөтә тәҡдимдәрен үтәүен билдәләне.