Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.65

EUR 69.07

25 сентябрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Башҡортостанда ағас ултыртыу башланды

Иҡтисад

Республикала урмандарҙы тергеҙеү эштәре башланды. Быйыл Башҡортостан урман фондының ағас ултыртылырға тейешле майҙаны 10400 гектар тәшкил итәсәк, шул иҫәптән урман культуралары 8000 гектар майҙанда ултыртыласаҡ. Урмандарҙы тергеҙеү эштәрен Урман хужалығы министрлығы ведомствоһындағы дәүләт унитар предприятиелары үткәрә.  

Министрлыҡтан хәбәр итеүҙәренсә, «Ҡалтасы урманы» дәүләт унитар предприятиеһында эшкә тәүгеләрҙән булып тотондолар. Дүртөйлө лесничествоһы территорияһында 15 гектар майҙанда үҫентеләр ултыртылған да инде. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2007 йылда был урында көслө дауыл үтте. Шуға күрә һәләк булған үҫентеләр урынында ҡайтанан ултыртасаҡтар. Көн һайын бында 100-ҙән ашыу кеше эшләй. Ағас ултыртыу эшенә мәктәп лесничестволары ла ҙур өлөш индерә.

Рәсәй Урман кодексына ярашлы, 4350 гектар майҙанда урмандарҙы тергеҙеү эштәрен урман участкаларын ҡуртымға алыусылар үткәрергә тейеш. Урмандарҙы файҙаланыу өлкәһендә эшмәкәрлек алып барған граждандар һәм юридик шәхестәр бөтә кәрәкле сараларҙы үтәргә тейеш. Кире осраҡта, ҡуртымға алыу һәм урман участкаларын һатып алыу-һатыу договорҙарын ваҡытынан алда өҙөүҙәре ихтимал.  

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть