11 декабрь, Йәкшәмбе

26 апрель 2010 йыл, 12:22

Республикала ҡотороу сирен иҫкәртеү саралары көсәйтелә

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

— 1 майға тиклем ветеринарҙар республиканың бөтә малын ҡарап сығырға тейеш. Бер генә сирле мал да йәйләүҙәргә күсерелергә тейеш түгел, – тип белдерҙе Баҡалы районында үткән малсыларҙың семинар-кәңәшмәһендә Башҡортостандың Ауыл хужалығы министрлығы ҡарамағындағы Ветеринария идаралығы начальнигы Вәкил Буранбаев.

Ул, дөйөм алғанда, төбәктә малдарҙың сәләмәтлеге менән бәйле иҫкәртеү саралары уңышлы бара, тип хәбәр итте, шул уҡ ваҡытта төп проблемаларҙы ла күрһәтте.

Улар араһында – малдың ҡотороу ауырыуы менән хәл көсөргәнешле. Башҡортостандың 34 районында 96 осраҡ теркәлгән. Республиканың баш ветврачы был мәсьәләгә айырыуса иғтибарлы булырға саҡырҙы. Уның фекеренсә, тап тейешле контроль булмау ҡотороу менән сирләү осраҡтарының артыуына йоғонто яһаны.

Кәңәшмәлә ҡайһы бер профилактик прививкаларҙың маҡсатҡа ярашлылыҡ мәсьәләһе күтәрелде. Был йоғошло һәм паразиттар таратҡан ауырыуҙарға ҡағыла: паратиф, колибактериоз, пастереллез, ҡысынма һәм башҡалар.

– Беҙ препараттар ҡалдыҡтары ҡалған продукцияға прививкалар кире йоғонто яһай тип иҫәпләйбеҙ, — тип билдәләне Вәкил Буранбаев.

Кәңәшмәлә әйтелеүенсә, йыл һайын республика бюджетынан үрҙә һанап кителгән инфекцияларҙы иҫкәртеүгә өс миллион һумдан ашыу аҡса тотонола. Был аҙ аҡса түгел.