7 декабрь, Шаршамбы

26 апрель 2010 йыл, 11:55

Еңеүгә фестиваль салюты!

автор: Әлфиә Әһлиуллина | фото: Олег Яровиков

Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 65 йыллығына арналған «Еңеү салюты» республика үҙешмәкәрлек ижады конкурсы Өфөлә ҙур гала-концерт менән тамамланды. Конкурс шул уҡ исемдәге Бөтә Рәсәй фестивале сиктәрендә үткәрелде һәм Башҡортостандың 15 мең самаһы кешеһен йәлеп итте. Шуларҙан 1230-ы байрам гала-концертында һәм Телеүҙәк алдындағы майҙанда үткәрелгән Марш-парадта ҡатнашты. Марш-парадты Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары, мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министры Илдус Илешев ҡабул итте.

Әйтергә кәрәк, юбилей йылында «Еңеү салюты» конкурсы айырыуса киң ҡолас менән үткәрелде. Уға әҙерлек төп сараларға тиклем күп алдан башланды – концепция, сығыштар программаһы әҙерләнде.

— Был юлы беҙ ҡатнашыусыларҙан дидактик йүнәлеш, Бөйөк Ватан һуғышы темаһын тулыһынса асыуҙы талап иттек. Күмәк кешеләр ҡатнашыуы, милли состав, сараларҙа һуғыш һәм тыл ветерандары ҡатнашыуы ла хупланды, — тип һөйләй Республика халыҡ ижады үҙәге генераль директоры Байрас Ишберҙин.

Ойоштороусыларҙың талаптары тулыһынса үтәлгән, был турала Конгресс-холда үткәрелгән йомғаҡлау гала-концерты буйынса ла фекер йөрөтөргә мөмкин. «Тереләр, беҙҙең хаҡта йырлағыҙ!» исеме аҫтында театрлаштырылған программа айырыуса юғары кимәлдә үтте. Уға иң яҡшы ижади көстәр – республиканың бөтә мөйөштәренән «Еңеү салюты» конкурсының зона этаптарында еңеүселәр йәлеп ителгәйне. Бөтәһе 68 коллектив.

Ирле-ҡатынлы Николай һәм Любовь Цибулиндар концертҡа хөрмәтле ҡунаҡтар сифатында саҡырылған – икеһе лә ветерандар. Улар үҙ тәьҫораттары менән уртаҡлашты:

— Барыһы ла шул тиклем шәп ойошторолған, мин йәшлегемә, һуғыш йылдарына әйләнеп ҡайтҡандай булдым, — тине Николай Николаевич.

— Беҙ ҡайтанан үҙебеҙҙе Советтар Союзында итеп тойҙоҡ, — тип иренең һүҙҙәренә ҡушылды Любовь Цибулина.

Ветерандар концертта йәштәрҙең күп ҡатнашыуынан ҡәнәғәт ҡалған. Улар, үҫеп килеүсе быуындың ошондай сараларҙа ҡатнашыуы — уларҙы патриотик рухта тәрбиәләүҙең иң һөҙөмтәле ысулы , тип иҫәпләй.

— Бөгөнгө концерт – үҙенсәлекле бер тарих дәресе, был уларҙың хәтерендә оҙаҡ һаҡланасаҡ, — ти Николай Цибулин.

Үҙ сиратында, Салауат ҡалаһының «Родничок» бейеү ансамбленән бейеүсе балалар Саша һәм Дима шатланып:

— Беҙ бөгөн ансамблдән өлкән балалар менән бергә ошондай ҙур сәхнәлә сығыш яһауыбыҙға бик шатбыҙ. Беҙ үҙебеҙҙең «Йәш моряктар бейеүе»н ветерандарға һәм шулай уҡ һуғышта ҡатнашҡан үҙ олатайҙарыбыҙға бағышлайбыҙ, – тине.

Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Ғәбделхәй Зариповҡа икеләтә ҡыуаныс, Еңеү юбилейы хөрмәтенә концертта «Холмичи» ҡалаҡ һуғыусылар театры составында (Ҡалтасы районы) уның бүләһе сығыш яһай.

— Бының менән ғорурланмайынса мөмкин түгел, — тип иҫәпләй фронтовик. – Үҙ заманында Совет Армияһы составында мин Франкфуртҡа тиклем еттем. Ә бөгөн минең бүләм ошо турала сәхнәнән йырлай. Мин республикабыҙ етәкселегенә ветерандарға күрһәткән хөрмәттәре өсөн рәхмәтлемен. Беҙҙең батырлыҡ, беҙҙең хеҙмәт онотолмаған, был турала бөгөн ейәндәребеҙ һәм бүләләребеҙ ғорурланып телгә ала.

темалар: конкурстар