4 декабрь, Йәкшәмбе

26 апрель 2010 йыл, 10:37

Ветерандар тураһында телефильмдарҙы ветерандар төшөрә

автор: Мөсәүир Камалетдинов

Телевидениеның Туймазы студияһы «Минең еңеүем» телепроектын әүҙем ғәмәлгә ашыра. Бөгөнгө көндә 10-30 минут оҙайлылығында 19 фильм төшөрөлгән, улар аҙна һайын урындағы телевидениела эфирға сығарыла. Фильмдар иҫәбен 65-кә тултырыу планлаштырыла. Фильмдар төшөрөү буйынса төп эште пенсионерҙар – халыҡ университеты тыңлаусылары, “50+” телестудияһы ҡатнашыусылары үҙ өҫтөнә алған.  Улар фильмдарҙың буласаҡ геройҙарын – Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларҙы эҙләп таба, ойоштороу эштәрен хәл итә, киноға төшөрә. Уларға телевидение студияһының профессиональ операторҙары һәм йәш журналистар — «ТИН-ТВ» студияһы тәрбиәләнеүселәре ярҙам күрһәтә.  

темалар: кино, еңеү көнө