4 декабрь, Йәкшәмбе

26 апрель 2010 йыл, 10:29

Экологик өмәләрҙә миллиондан ашыу кеше ҡатнашты

автор: Ғәлиә Нәбиева

Республиканың миллиондан ашыу кешеһе тораҡ пункттарын таҙартыу, төҙөкләндереү һәм йәшелләндереү буйынса сараларҙа ҡатнашты. БР Экология министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, экологик акциялар үткәреүгә 14 меңдән ашыу техника берәмеге йәлеп ителде. 69 мең тонна самаһы ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары йыйып, сығарып түгелде.

Республикала төҙөкләндереү буйынса үткәрелгән айлыҡ сиктәрендә 1300 мең квадрат метрҙан ашыу юл япмаһы ремонтланды. 46 мең погон метр ҡойма, бина фасадтары һәм башҡа элементтар төҙөкләндерелде. Тораҡ пункттарын йәшелләндереү әүҙем алып барыла. Был эшкә уҡыусылар, йәш экологтар йәлеп ителә. 24 апрелгә 11560 ағас һәм ҡыуаҡлыҡ үҫентеһе ултыртылды.

БР Экология министрлығы дәүләт инспекторҙары административ комиссиялар составында төҙөкләндереү буйынса айлыҡ сараларының үтәлешен контролдә тота. Улар 428 объектты тикшерҙе, уларҙан 94-е тәбиғәтте һаҡлау закондары талаптарына яуап бирмәй. Объекттарҙы тикшереү һөҙөмтәләре буйынса 74 кеше административ яуаплылыҡҡа тарттырылды. Бынан тыш, 32 вазифалы һәм 38 физик шәхескә штраф һалынды. Штрафтарҙың дөйөм суммаһы 324,5 мең һум тәшкил итте.