7 декабрь, Шаршамбы

26 апрель 2010 йыл, 10:19

Юрист студенттар өсөн Өфөлә брейн-ринг үткәрелә

автор: Эльмира Сабирова

БР юғары уҡыу йорттарының юрист һөнәре буйынса белем алыусы студенттары араһында 22 майҙа Өфөлә Башҡорт дәүләт университетының Хоҡуҡ институты базаһында юридик брейн-ринг үтәсәк.  

"Башинформ" агентлығына Рәсәй йәш ғалимдары ойошмаһының БР буйынса төбәк бүлексәһенән хәбәр итеүҙәренсә, был сара һәләтле юрист-студенттарҙы асыҡлау, дәүләт һәм хоҡуҡ теорияһы, конституцион хоҡуҡ, енәйәт буйынса хоҡуҡтар һәм енәйәт процесы, Рәсәй Федерацияһы гражданы хоҡуғы һәм процесы буйынса уларҙың белемдәрен тикшереү маҡсатында үткәрелә.

Ярыштарҙа ҡатнашыу өсөн командаға капитан һәм команда ағзалары (4-6 кеше) тураһында мәғлүмәт (Исем-шәрифе, уҡыған курсы) менән заявканы 10 майға тиклем 8(347)252-71-63 факсына йәки 13101980 mail.ru электрон адресҡа ебәрергә кәрәк. Һәр уҡыу йортонан икешәр команда ҡатнаша ала.

Тулыраҡ мәғлүмәт www.bash.rosmu.ru сайтында күрһәтелгән.

темалар: фән