Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.63 ↑

EUR 62.26 ↓

23 март, Кесе йома

Уфа   °

Өфөлә хәрби-патриотик клубтар фестивале үтә

Йәмғиәт

Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 65 йыллығына арналған Республика хәрби-патриотик клубтар фестивале Өфөлә 2 майҙа башлана.  

Унда ҡатнашыу өсөн баш ҡалаға Күмертау, Ишембай, Межгорьенан, шулай уҡ Туймазы, Йәрмәкәй һәм Башҡортостандың башҡа район һәм ҡалаларынан 20-нән ашыу хәрби-патриотик клубтар һәм берекмәләр тәрбиәләнеүселәре йыйыласаҡ.

Йәштәр сафта йөрөү һәм йыр конкурсында, хәрби спорт төрҙәре буйынса ярыштарҙа, интеллектуаль бәйгеләрҙә ҡатнашасаҡ. Еңеүселәр кубоктар, дипломдар һәм ҡиммәтле бүләктәр менән наградланасаҡ. Ә иң яҡшы һөҙөмтә күрһәткән, беренсе урын алған команда капитаны “Мәғариф” өҫтөнлөклө милли проекты сиктәрендә һәләтле йәштәргә ярҙам премияһына тәҡдим ителәсәк.

«Башинформ» агентлығына БР Йәштәр сәйәсәте, спорт һәм туризм министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, балалар һәм үҫмерҙәргә хәрби-патриотик  тәрбиә биреү системаһын камиллаштырыу, сәләмәт тормошто пропагандалау, әүҙем гражданлыҡ позицияһын тәрбиәләү, хәрби-патриотик клубтар һәм берекмәләр араһында бәйләнештәр һәм тәжрибә уртаҡлашыуҙы булдырыу, шулай уҡ Рәсәй Ҡораллы Көстәр сафында хеҙмәт итеүҙе популярлаштырыу – фестивалдең төп маҡсаты.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть