7 декабрь, Шаршамбы

26 апрель 2010 йыл, 9:57

23 апрелдә Раил Сарбаев Мәскәүҙә һөйләшеүҙәр үткәрҙе

автор: "Башинформ"

2010 йылдың 23 апрелендә Рәсәй Федерацияһының Элемтә һәм киң коммуникациялар министрлығында Башҡортостанда мәғлүмәт-коммуникация технологияларын артабан үҫтереү тураһында һөйләшеүҙәр үткәрелде. Бөгөн республикала IT-технопарк проекты эшкәртелә. Бизнес-пландар, технопаркты төҙөү концепцияһы әҙер ҙә инде. Премьер-министр Раил Сарбаев билдәләүенсә, әгәр проект бөтә килешеүҙәрҙе уңышлы үтһә, 15 майҙа ул РФ Хөкүмәтендә Ведомство-ара комиссияһы ултырышына сығарыласаҡ.

Буласаҡ IT-технопарк урыны билдәләнгән тип әйтергә мөмкин. Был 5000 квадрат метр майҙан менән бина һәм уның эргәһендәге 3 гектар территория. IT-технопарк мәғлүмәт-коммуникация технологиялары өлкәһендәге бөтә инновацион продукттарҙы эшкәртеү өсөн майҙан буласаҡ.

Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министрының Рәсәй баш ҡалаһына эш сәфәренә «Мой Банк-Москва» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенең Директорҙар советы рәйесе Глеб Фетисов, «Мой банк» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте идараһы рәйесе Александр Арифов менән осрашыу индерелгән. Республикала торлаҡ төҙөү һәм һатып алыуға ипотека кредиты биреүҙе үҫтереү – халыҡ өсөн мөһим мәсьәлә, шуға күрә лә был йүнәлештә хеҙмәттәшлек бөгөн айырыуса талап ителә. Бынан тыш, иҡтисадтың реаль секторында оҙайлы кредиттар биреү мәсьәләләре лә тикшерелде.

Шул уҡ көндө Раил Сарбаев Ер аҫты байлыҡтарын файҙаланыу буйынса федераль агентлыҡ  – “Роснедр” етәксеһе урынбаҫары Владимир Бавлов менән дә осрашты. Бында Учалы районының Муртыҡты һәм Хәйбулла районындағы Вишневский ятҡылыҡтарын үҙләштереү перспективалары тураһында һүҙ алып барылды.

Ике ятҡылыҡты ла эшкәртеү файҙалы буласаҡ: Муртыҡты алтын ятҡылығында 29 тонна алтын, ә Вишневский ятҡылығында 122 мең тонна баҡыр, 261 мең тонна цинк, 13 тонна алтын һәм 241 тонна көмөш запастары булыуы асыҡланған. Өсөнсө кварталда “Роснедр” уларҙы аукционға сығарырға планлаштыра, был Башҡортостандың руда табыу сәнәғәтенә инвестициялар йәлеп итәсәк.