4 декабрь, Йәкшәмбе

26 апрель 2010 йыл, 9:25

Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар транспорт менән бушлай файҙалана ала

автор: Юлай Мәғсүмов

3 — 12 майҙа Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар һәм инвалидтар ҡала-ара һәм ҡала яны автобустары, йылға суднолары,тимер юл һәм самолеттарҙа транспорт хеҙмәте менән бушлай ҡуллана ала. Билетты бушлай алыу өсөн юл йөрөү документын һатып алғанда ташламаға хоҡуҡты билдәләүсе танытманы күрһәтеү ҙә етә.

Һуғышта ҡатнашыусылар алыҫҡа йөрөүсе теләһә ниндәй транспорттан файҙаланып, алыҫта йәшәүсе дуҫтары һәм туғандарына барып килә ала.

Бөтә автотранспорт, тимер юл, йылға һәм авиакомпаниялар юбилей тантаналары барған 10 көн дауамында Еңеү яулаусыларға, шул иҫәптән 1941-1957 йылдарҙа күрше дәүләт территорияларын “таҙартыуҙа” ҡатнашҡан махсус хеҙмәт вәкилдәренә бушлай транспорт хеҙмәте күрһәтергә тейеш.  

Бынан тыш, дәүләт хәрби бурысын үтәгәндә зыян күргән локаль һуғыш инвалидтарының барыһына ла алыҫ арала бушлай йөрөү хоҡуғын бүләк итте.    

Башҡортостанда барыһы 12 меңдән ашыу Бөйөк Ватан һуғышы ветераны, шул иҫәптән 8135 ҡатнашыусы, 3600 һуғыш инвалиды, 287 элекке бәлиғ булмаған фашист концлагерҙары тотҡоно, “Блокадалы Ленинградта йәшәүсегә” билдәһе менән наградланған 250 граждан йәшәй.

Республиканың төп дәүләт автокомпанияһы «Башавтотранс»тың матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, предприятие һуғышта ҡатнашыусыларҙы бушлай хеҙмәтләндереүгә әҙер.    

темалар: социаль яҡлау