5 декабрь, Дүшәмбе

23 апрель 2010 йыл, 17:08

Өфөлә йәш быуындың интернет-хәүефһеҙлеген тикшерҙеләр

автор: Эльмира Сабирова | фото: Олег Яровиков

Бөтә донъя селтәре менән ҡулланған Рәсәй балалары һәм үҫмерҙәренең 40 проценты даими рәүештә агрессив һәм легаль булмаған интернет-сайтҡа инә һәм кибер эҙәрлекләүгә, виртуаль дәғүә белдереүҙәргә дусар була. Был турала “Балалар һәм интернет” темаһына арналған түңәрәк өҫтәл барышында республикала Балалар хоҡуҡтары буйынса вәкил Лилиә Ғүмәрова хәбәр итте. Интернет-янауҙарға нисек ҡаршы торорға, Бөтә донъя селтәрендә балалар хәүефһеҙлеге буйынса һөҙөмтәле саралар системаһын нисек булдырырға -  фекер алышыуға саҡырылған республика министрлыҡтары, ведомстволары вәкилдәре, уҡытыусылар, мәктәп уҡыусылары өсөн ошолар төп темаға әйләнде.

Лилиә Ғүмәрованың билдәләүенсә, Рәсәйҙә Рунеттың 14 йәшкә тиклемге балалар аудиторияһы 8-10 миллион ҡулланыусы иҫәпләнә, һәм йыл һайын уларҙың иҫәбе арта ғына бара. Иң элек был белем биреү учреждениеларының мәғлүмәтләштерелеүенә бәйле. 6,5 миллион самаһы бала мәктәптәр интернетҡа тоташтырылғанға күрә селтәргә инә.

— Интернет белем алыу, ял итеү, дуҫтар менән аралашыу өсөн бик уңайлы, ләкин тормоштағы кеүек, интернет та хәүефле була ала, — тип иҫәпләй БР-ҙың балалар омбудсмены. Көнбайыш илдәре глобаль селтәр менән бик иртә ҡуллана башлағанға күрә,  балаларҙың интернет-хәүефһеҙлеге проблемаһын да шул ваҡыттан уҡ хәл итеү юлдарын эҙләй башлаған.

АҠШ-тың Мәғариф буйынса департаменты мәғлүмәте буйынса, 2001 йылда уҡ АҠШ-та биш йәшлек балаларҙың 25 проценты интернет менән файҙалана икән. Был һан 15-17 йәштәрҙә 75 процентҡа етә.

БР буйынса Эске эштәр министрлығының бәлиғ булмағандар эше буйынса бүлек начальнигы  Андрей Шитовтың билдәләүенсә, бөтә донъя селтәре мөмкинлектәре артыуы арҡаһында, интернет-янауҙар иҫәбе лә артҡан. Һәм бала психикаһы, уның шәхес булараҡ формалашыуы өсөн хәүефле мәғлүмәттәр киң таралғандар иҫәбендә тора. Быларға экстремистик материалдар баҫмаһы, шәхси мәғлүмәттәрҙе законһыҙ ҡулланыу, енәйәт эшмәкәрлегенә йәлеп итеү, кибер-эҙәрлекләүҙе ойоштороу инә. 10 йәшлек ҡыҙҙы урлауҙарын ул миҫал сифатында килтерҙе.  Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, был ғәҙәттән тыш хәл ошо йылдың 1 апрелендә булып үтте. Яңы виртуаль «дуҫы» менән мәктәп уҡыусыһы тап интернетта танышҡан.  

Йәнә бер трагедия интернет-сайттарҙың береһендә шартлатҡыс әҙерләү ысулын тапҡан малай менән була. Инструкцияла күрһәтелгәнсә йыйып, малай уны һынап ҡарарға теләй. Заряд йәш химиктың ҡулында шартлай. Һөҙөмтәлә ҡулының бер нисә бармағы өҙөлә.

— Был проблема тураһында һөйләшергә, ата-сәсәләр өсөн интернет-ликбездар ойошторорға кәрәк. Ләкин иң мөһим мәсьәлә – анонимлыҡ менән көрәш. Был бик ауыр мәсьәлә, ләкин башҡаса юл юҡ.  

Юғары уҡыу йорттары уҡытыусылары интернеттан янаған хәүеф тураһында һөйләгәндә, интернетҡа бәйлелек проблемаһы булыуын да әйтеп үтте. Уға профилактика ярҙамында ғына ҡаршы торорға мөмкин булыуын билдәләне улар.  Һәм уны бәләләкәй кластарҙа уҡ башлау мөһим. Балаларға  интернет менән бәйле мөмкин булған хәүефтәр тураһында ваҡытында аңлатырға кәрәк. Шулай ҙа тәүҙә һәр мәктәптә ата-әсәләр өсөн лекторий ойоштороуҙан башлау яҡшыраҡ.

Өфө мәктәбе уҡыусылары күп осраҡта нимә менән шөғөлләнергә белмәгәндә, ял итеү, аралашыу маҡсатында интернетҡа инеүҙәрен билдәләне. Шулай ҙа ҡайһы бер уҡыусылар интернетһыҙ йәшәй алмауын, ниндәйҙер бәйләнгәнлек булыуын да инҡар итмәне.

— Байтаҡ ата-әсәләр интернет тураһында күп нәмә белмәй, — ти уҡыусылар. Бынан тыш, ололар һәр ваҡыт үҙ эше менән мәшғүл. Әгәр нимәлер өйрәнергә, тиҙ генә яуап табырға теләһәң, быны интернет аша эшләүе еңелерәк тә, тиҙ ҙә.  

Өлкән класс уҡыусылары фекеренсә, интернет селтәре менән ҡулланыуҙы тыйыуға ҡәтғи талап булырға тейеш түгел.

— Ата-әсәләр беҙҙең менән бергә ултырып, интернеттың хәүефле һәм насар яҡтарын уртаға һалып һөйләшергә ваҡыт тапһа, яҡшыраҡ булыр ине, — ти йәштәр.

Түңәрәк өҫтәлде тамамлап, ҡатнашыусылар интернет селтәрендә эҙәрлекләүгә, янауға дусар булған балалар өсөн ҡыҙыу линия булдырыу, интернетҡа бәлиғ булмағандарға ҡаршы енәйәтсел алымдар ҡулланыуҙан һаҡланыу сараларын индереү, үҫеп килеүсе быуындың интернет менән аралашыуын йыл һайын тикшереү, балалар өсөн төҙөлгән интернет-ресурстарҙы даими тикшереү, был мәсьәләлә закондар сығарыу базаһын камиллаштырыу һәм башҡа төрлө саралар бөтә донъя селтәрен хәүефһеҙ итергә мөмкинлек биреүен билдәләне.

темалар: социаль яҡлау