11 декабрь, Йәкшәмбе

23 апрель 2010 йыл, 16:30

Республиканың 12 районы игенселәре яҙғы сәсеү алып бара

автор: Ғәлиә Нәбиева

Бөгөн республиканың 12 районы эшсәндәре яҙғы иген культуралары сәсеүгә төштө. Сәсеүҙе игенселәр иң иртә иген культураларынан башланы – былар һоло, борсаҡ, бойҙай. Дүртөйлө, Мәләүез һәм Илеш райондарында тупраҡ иртәрәк өлгөрҙө. Республика Ауыл хужалығы министрлығының үҫемлекселекте интенсификациялау һәм мелиорация бүлеге баш агрономы Таһирйән Мөхәмәтзиевтың һүҙҙәренә ҡарағанда, Дүртөйлө районында мең гектар самаһы иген культуралары сәселгән.

Бөтә ауыл хужалығы предприятиелары ла тиерлек был көндәрҙә тырматыу алып бара. Башҡортостанда бөгөн 140 мең гектар майҙанда дым ҡапланған. Был планға ҡарата 11 процент.

Бер үк ваҡытта ужым культураларын минераль ашламалар менән өҫтәмә туҡландырыу ҙа алып барыла. Был эш 36 мең гектар майҙанда үткәрелгән (республика планының 6 проценты). Күп йыллыҡ үләндәр 49 мең гектарҙа (21%) өҫтәмә туҡландырылған.