6 декабрь, Шишәмбе

23 апрель 2010 йыл, 16:13

Автотранспорт һәм юл хужалығы хеҙмәткәрҙәре профсоюзы йомғаҡ яһай

автор: Евгений Рәхимҡолов

Өфөлә уҙған автомобиль транспорты һәм юл хужалығы хеҙмәткәрҙәре республика профсоюзының XIX отчет-һайлау конференцияһында һуңғы биш йылдағы эшкә йомғаҡ яһалды.

БР Профсоюздар федерацияһы матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, конференция эшендә 114 делегат ҡатнашты. Конференция барышында республикабыҙҙан Дөйөм Рәсәй автомобиль транспорты һәм юл хәрәкәте хеҙмәткәрҙәре профсоюзының V съезына ҡатнашыусылар, шулай уҡ Башҡортостан Республикаһы Профсоюздар федерацияһының XXIII конференцияһына делегаттар һайлау үткәрелде. Республика тармаҡ профсоюзы рәйесе итеп Рөстәм Әсәҙуллин һайланды.

темалар: профсоюздар