Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.47 ↓

EUR 67.55 ↑

24 октябрь, Шишәмбе

Уфа   °

Башҡортостан уҡыусылары сатраш буйынса Рәсәй беренселегендә ҡатнаша

Йәмғиәт

Краснодар крайының Дагомыс ҡалаһында ун йәштән 18 йәшкә тиклемге балалар араһында сатраш буйынса Рәсәй беренселеге үтә. Беренсе һәм юғары лигала турнирҙар швейцар системаһы буйынса туғыҙ турҙа үткәрелә. Ярыштарҙа 1350-нән ашыу йәш сатрашсы ҡатнаша.  

Башҡортостан Республикаһы данын ғәҙәттәгесә БР Мәғариф министрлығының сатраш буйынса Республика балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе һәм сатраш буйынса 2-се балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе (Октябрьский ҡалаһы) тәрбиәләнеүселәре яҡлай. Юғары лигала Рената Ғарипова, спорт мастерлығына кандидат Әминә Нуриева һәм ФИДЕ мастеры Гор Глиджян уйнай. Йәнә 21 сатрашсы беренсе лигала ҡатнаша. Әлегә бар спортсылар ҙа һәйбәт һөҙөмтә күрһәтә. Турнирҙар 26 апрелдә тамамлана.

Теги: сатраш
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть