Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.18 ↓

EUR 63.22 ↑

19 ғинуар, Кесе йома

Уфа   °

Башҡортостанда юлдарҙы төҙөкләндереү айлығы башлана

Иҡтисад

26 апрелдә республикала юлдарҙа төҙөкләндереү, санитар-техник торошон яҡшыртыу, тәртип урынлаштырыу буйынса айлыҡ башлана. Был турала БР Хөкүмәте 2010 йылдың 23 апрелендә 423-сө бойороҡ ҡабул итте.

Был осорҙа дөйөм ҡулланыу юлдарын ремонтлау, юл билдәләрен, юл буйы полосаларын тәртипкә килтереү, ер полотноһы резервтарына күп йыллыҡ үләндәр сәсеү бурысы тора.

Шуның менән бәйле урындағы хакимиәттәргә һәм ойошмаларға айлыҡҡа әҙерләнеү һәм уны үткәреү буйынса штабтар төҙөргә, юлдарҙы тотоу, ремонтлау, архитектура яғынан биҙәү һәм төҙөкләндереү буйынса бригадалар ойоштороп, уларҙы техника менән тәьмин итергә тәҡдим ителде.

Юлдарҙы тәртипкә килтереү транспорт ағымын тотҡарларға– ремонтҡа ябылған участкалар уңайһыҙлыҡ тыуҙырырға тейеш түгел. Атап әйткәндә, был магистраль юлдарҙың ҙур участкаларын ремонтлау өсөн ябыуға ҡағыла. Бының өсөн ремонт бригадаларының тәүлек әйләнәһенә эшләү режимын индерергә ҡушылды.

Айлыҡ сараларының үтәлешен комплекслы тикшергәндән һуң 2010 йылдың июнендә йомғаҡ яһаласаҡ.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть