8 декабрь, Кесе йома

23 апрель 2010 йыл, 15:10

Бөгөн – Бөтә донъя китаптар һәм авторлыҡ хоҡуғы көнө

автор: Евгений Рәхимҡолов

Бөгөн донъяның күп илдәрендә Бөтә донъя китаптар һәм авторлыҡ хоҡуғы көнө билдәләнә. Уны булдырыу тураһында ҡарар 1995 йылда ЮНЕСКО Генераль конференцияһында ҡабул ителә, етмәһә байрамдың датаһы ла осраҡлы һайланмаған. 23 апрель – донъя мәҙәниәте өсөн символик дата – был көндө Уильям Шекспир, Мигель Сервантес, Инка Гарсиласо де ла Вега баҡыйлыҡҡа күскән.

Бөтә донъя китаптар һәм авторлыҡ хоҡуғы көнө һәр дәүләт мәҙәниәтен һаҡлауҙа һәм арттырыуҙа китаптың ни тиклем ҙур роль уйнауына йәмәғәтселек иғтибарын арттырырға тейеш.

темалар: байрамдар