9 декабрь, Йома

23 апрель 2010 йыл, 14:53

Финанс ярҙамы лимиты арттырылды

автор: Юлай Мәғсүмов

2010 йылдың 22 апрелендә дәүләт корпорацияһының күҙәтеү советы — Торлаҡ-коммуналь хужалыҡты реформалаштырыуға булышлыҡ итеү фонды РФ субъекттарына Фонд средстволары иҫәбенә финанс ярҙамы күрһәтеү лимиттарын арттырыу тураһында ҡарарын раҫланы.

Фондтың йәмәғәтселек менән бәйләнеш идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, лимиттар 2010 йылдың 1 ғинуарына ҡарата ваҡытлыса буш средстволарҙы урынлаштырыуҙан Фонд алған табыштарҙың 50 проценты иҫәбенә арттырыла. Бөтә ил буйынса был сумма 7 миллиард 849 миллион 521 мең 723 һум тәшкил итә.

Һөҙөмтәлә Башҡортостандан тыш тағы 15 төбәккә лимиттарҙы арттыра алдылар, уларҙың һәр береһе 2009 йылдың 31 декабренә тиклем Фонд средстволары иҫәбенә башта билдәләнгән финанс ярҙамы лимитының кәмендә 95 процентын алды һәм программаларҙы тулы күләмдә ғәмәлгә ашырҙы. Былар Марий Иле, Мордовия, Саха (Якутия), Татарстан республикалары, Алтай һәм Байкал арты крайҙары, Белгород, Кемерово, Липецк, Пенза, Рязань, Һарытау, Свердловск, Тамбов һәм Ярославль өлкәләре.

Үрҙә телгә алынған финанс ярҙамы күрһәтеү лимиттарын арттырыуҙан тыш, торлаҡ төҙөлөшөн стимуллаштырыу, граждандарҙы авария хәлендәге торлаҡ фондынан күсереү һәм күп фатирлы йорттарҙы капиталь ремонтлау буйынса өҫтәмә саралар күреләсәк. Был маҡсаттарға Фондҡа 10 миллиард һум күләмендә Рәсәй Федерацияһының өҫтәмә милек взносы индереләсәк.

Шулай итеп, Башҡортостан өсөн файҙаланылмаған аҡсаны иҫәпкә алып лимитты арттырыу суммаһы 2010 йылда бөтәһе 1 миллиард 451 миллион 838 мең 892,77 һум тәшкил итәсәк. Был средстволарҙан республикала күп фатирлы йорттарҙы капиталь ремонтлауға – 870 миллион 994 мең 338 һум, ә авария хәлендәге торлаҡтан граждандарҙы күсереүгә 580 миллион 844 мең 554,77 һум йүнәлтеләсәк.