4 декабрь, Йәкшәмбе

23 апрель 2010 йыл, 13:34

Журналистар араһында комсомол тарихы тураһында иң яҡшы материалға конкурс

автор: Әлим Фәйезов

Журналистар араһында Башҡортостандың киң мәғлүмәт сараларында республика йәштәр йәмәғәт берләшмәләренең 90 йыллығы темаһын иң яҡшы яҡтыртыуға Республика конкурсы иғлан ителде. Конкурс Башҡортостан Республикаһы Президентының 2009 йылдың 22 июлендәге «Башҡортостан йәштәр йәмәғәт берләшмәләрен ойоштороуҙың 90 йыллығы тураһында» 470-се Указына, шулай уҡ Башҡортостан йәштәр йәмәғәт берләшмәләре ойошторолоуының 90 йыллығына арналған, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең 2010 йылдың 11 мартындағы 201-се бойороғо менән раҫланған Саралар планына ярашлы үткәрелә.

Конкурсты ойоштороусылар – Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ҡарамағындағы Матбуғат, нәшриәт һәм полиграфия эштәре буйынса идаралыҡ, БР Йәштәр сәйәсәте, спорт һәм туризм министрлығы.

Унда республика, ҡала, район, берләштерелгән гәзиттәр, журналдар мөхәрририәттәре, был редакцияларҙың айырым авторҙары ҡатнаша ала.

Конкурстың төп маҡсаттары һәм бурыстары – Башҡортостан йәштәр йәмәғәт берләшмәләрен ойоштороу тарихына журналистарҙың иғтибарын йәлеп итеү, киң мәғлүмәт сараларында берләшмәләрҙең эшмәкәрлеген яҡтыртыу, йәш талантлы журналистарҙы асыҡлау һәм ярҙам итеү, Башҡортостан йәштәр йәмәғәт берләшмәләренең барлыҡҡа килеү тарихы буйынса халыҡтың хәбәрҙарлығын арттырыу, күрһәтелгән тематика буйынса мәҡәләләрҙең сифатын яҡшыртыу.

Материалдар 2010 йылдың 30 декабренә тиклем түбәндәге адрес буйынса ҡабул ителә: Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ҡарамағындағы Матбуғат, нәшриәт һәм полиграфия эштәре буйынса идаралыҡ, 450077, Өфө ҡалаһы, Киров урамы, 45-се йорт, 413 а кабинет. Бәйләнеш телефондары: 273-51-37 (БР Матбуғат идаралығы), 251-16-32 (БР Йәштәр сәйәсәте, спорт һәм туризм министрлығы).

Конкурс тураһында Положение, ҡатнашыуға заявка Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ҡарамағындағы Матбуғат, нәшриәт һәм полиграфия эштәре буйынса идаралыҡ (www.pressarb.ru) һәм Башҡортостан Республикаһы Йәштәр сәйәсәте, спорт һәм туризм министрлығы (www.minsport02.ru) рәсми сайттарында урынлаштырылған.