7 декабрь, Шаршамбы

23 апрель 2010 йыл, 12:07

«Башкортостандың социаль картаһы» федераль кимәлдә проблемаларҙы хәл итергә ярҙам итәсәк

автор: Азат Ғәфүров

22 апрелдә Мәскәүҙә, Башҡортостан Республикаһының Тулы хоҡуҡлы вәкиллегендә, Башҡортостан Республикаһының Финанс министрлығы «Уралсиб» банкы менән берлектә РФ Үҙәк банкы Рәйесе урынбаҫары Татьяна Чугунова етәкселегендәге Үҙәк банк вәкилдәрен «Башҡортостандың социаль картаһы» проекты менән таныштырҙы.  

Презентация сиктәрендә пластик карталар файҙаланып, халыҡҡа күрһәтелгән льготалар, хеҙмәтләндереүҙәр һәм субсидияларҙы иҫәпкә алыу буйынса автоматлаштырылған мәғлүмәт системаһының функциональ мөмкинлектәре күрһәтелде, дәүләт хеҙмәттәре күрһәтеү процесында банк карталарын ҡулланыу технологияһы хаҡында һөйләнеләр. «Башҡортостандың социаль картаһы» проекты эше менән Башҡортостан Республикаһы Вәкиллегендә урынлаштырылған ғәмәлдәге инфоматта таныштырҙылар.

Осрашыуға йомғаҡ яһап, Татьяна Чугунова, «Башҡортостан варианты башҡа төбәктәр проекттарынан күп яҡлы булыуы, бөтә ил кимәлендә мәсьәләләрҙе хәл итә алыуы менән айырыла», тип билдәләне.