5 декабрь, Дүшәмбе

23 апрель 2010 йыл, 10:56

Өфөләр күсемһеҙ милек буйынса мәғлүмәт менән ҡыҙыҡһына

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

Өфөнөң «Аҡбуҙат» ипподромында барған «Күсемһеҙ милек. Яҙ – 2010» күргәҙмә-йәрминкәһенә килеүселәр һаны өҙөлмәй. Сөнки бында теләгән һәр бер кеше күсемһеҙ милек мәсьәләләре буйынса бушлай мәғлүмәт ала ала. Мәҫәлән, күргәҙмә эшләй башлаған тәүге сәғәттәрҙә үк юридик консультация һорап мөрәжәғәт итә башланылар.

Сарала ҡатнашыусыларҙың күбеһе граждандар менән торлаҡ темаһына аңлатыу әңгәмәләре үткәрә. Атап әйткәндә, Өфө хакимиәте Башҡортостанда йәш ғаиләләргә дәүләт ярҙамы, социаль торлаҡ ипотека кредиты биреү ҡала программаһы кеүек социаль программалар хаҡында мәғлүмәт бирә.

Күп экспоненттар сауҙа һәм торлаҡ майҙандарын һатыуға өмөтләнә. Мәҫәлән, күптән түгел “Көньяҡ” биҫтәһендә йорттар һәм социаль объекттар комплексы төҙөлөшөн тамамлаған Өфөнөң Инвестиция-төҙөлөш комитеты. Предприятие вәкиле әйтеүенсә, «Колгуев» биҫтәһендә ошондай уҡ комплекс төҙөлә. БР Торлаҡ төҙөлөшө фонды ла торлаҡ йорттар комплекстарын тәҡдим итә: «Йүрүҙән» биҫтәһендә һәм Алексеевка ауылында таун-хаустар.

Төп эштән тыш, «Күсемһеҙ милек. Яҙ – 2010» күргәҙмә йәрминкәһендә эшлекле программа ла ҡаралған. Ипподромдың йыйылыштар залында өс көн буйына күсемһеҙ милек, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ мәсьәләләре буйынса семинарҙар һәм түңәрәк өҫтәлдәр үткәреләсәк.