5 декабрь, Дүшәмбе

23 апрель 2010 йыл, 10:33

Башҡортостан "НефАЗ"дары Һамар пассажирҙарын йөрөтәсәк

автор: Юлай Мәғсүмов

Яҡын арала Һамарҙа 20 яңы автобус йөрөй башлаясаҡ, тип хәбәр итә Һамар ҡалаһы ҡала округы хакимиәтенең мәғлүмәт һәм аналитика бүлегенә һылтанма менән "ИА REGNUM-ВолгаИнформ". Автобустар паркын үҙебеҙҙә  сығарылған "НефАЗ"дар һәм  Италияның "Фиат"тары тулыландырасаҡ. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, март аҙағында 20 "Фиат" (пассажирҙар аҙ йөрөгән маршруттарҙа урын алды), шулай уҡ Башҡортостанда йыйылған "НефАЗ" маркаһындағы 5 автобус ҡала урамдарына сығарылды. Нефтекаманан бөтәһе 48 машина ҡайтарыласаҡ. Шуларҙың 20-һе киләһе аҙна башынан башлап муниципаль маршруттарҙа пассажирҙар йөрөтәсәк. Һуңғы өс йыл эсендә Һамарҙа 134 яңы автобус һатып алынған. Шуларҙың ҙур өлөшөн Башҡортостанда етештерелгән автобустар алып тора.