5 декабрь, Дүшәмбе

22 апрель 2010 йыл, 17:41

Мәғариф министрлығында Берҙәм дәүләт имтиханы буйынса “ҡыҙыу линия” эшләй

автор: Эльмира Сабирова

БР Мәғариф министрлығында Берҙәм дәүләт имтиханы (БДИ) мәсьәләләре буйынса “ҡыҙыу линия” эшләй. (347) 273-20-87 телефоны аша шылтыратып, Берҙәм дәүләт имтиханында ҡатнашыусылар, уларҙың ата-әсәләре, шулай уҡ уҡытыусылар һәм ойоштороусылар ведомство белгестәренә имтихан процедураһы, ойоштороу талаптары кеүек БДИ-ның төрлө аспекттарына ҡағылышлы һорауҙар менән мөрәжәғәт итә ала.

Төбәк «ҡыҙыу линия»һы менән бер рәттән Алина Кабаева етәкселегендә БДИ буйынса ҡыҙыу линия эшләй башланы. Был проект “Рособрнадзор” ярҙамында бойомға ашырыла.

Предметтар һәм БДИ процедураһы буйынса консультациялар ege@kabaeva-alina.ru электрон почтаһы буйынса 14 июнгә тиклем үткәреләсәк.

20 майҙан башлап 8-800-505-12-05 номеры буйынса шылтыратып консультациялар алырға мөмкин буласаҡ.

Сығарылыш уҡыусыларына Берҙәм дәүләт имтиханына әҙерләнеүҙең интернет-системаһы менән файҙаланыу мөмкинлеге бирелә. Бының өсөн БДИ-ға мәғлүмәт ярҙамының http://ege.edu.ru федераль интернет-порталында уҡыу һәм белешмә материалдар, күнекмә мәсьәләләре, тестар бирелгән.

Башҡортостанда мәғариф процесында ҡатнашыусыларҙың барыһы өсөн дә 2010 йылда Берҙәм дәүләт имтиханына әҙерләнеү һәм уны ойоштороу буйынса бөтә кәрәкле мәғлүмәт http://rcoirb.narod.ru/  БР төбәк мәғлүмәтте эшкәртеү үҙәге сайтында урынлашҡан.

темалар: мәғариф