6 декабрь, Шишәмбе

22 апрель 2010 йыл, 17:06

«Транснефтепродукт» компанияһы етәксеһе менән осрашыу

автор: БР Президентының матбуғат хеҙмәтте | фото: Раиф Бадыков

22 апрелдә Республика Йортонда Башҡортостан Республикаһы Президенты Мортаза Рәхимов «Транснефтепродукт» акционерҙар компанияһы” йәмғиәте етәксеһе Владимир Шиманович менән эш осрашыуы үткәрҙе.

Осрашыуҙа «Уралтранснефтепродукт» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең яңы генераль директоры Наил Баһауетдинов менән таныштырҙылар.

Нефть продукттарын ташыу, магистраль нефть продукттары үткәргестәренең торошо менән бәйле мәсьәләләр тикшерелде. Шулай уҡ «Уралтранснефтепродукт» йәмғиәтенең 2009 йылдағы эшмәкәрлеге йомғаҡтары, производство процестарын модернизациялау, предприятиеның үҫеш перспективалары тураһында һүҙ алып барылды,.

Республика Президенты фекеренсә, Башҡортостандың яғыулыҡ-энергетика комплексы – һөҙөмтәле фәнни-производство һәм кадрҙар потенциалына эйә булған ҡеүәтле индустрия. Мортаза Рәхимов, республикала социаль йүнәлеш нефть тармағы эшмәкәрлеге өҫтөнлөктәренең береһе булды һәм булып ҡала, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды.  

Эш осрашыуында «АК «Транснефть» асыҡ акционерҙар йәмғиәте вице-президенты Игорь Солярский ҡатнашты.