Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.70 ↓

EUR 69.40 ↑

15 декабрь, Йома

Уфа   °

Мартта аҙыҡ-түлек кәрзине хаҡы 1992,19 һум тәшкил итте

Иҡтисад

Башкортостанстат март айында аҙыҡ-түлектең минималь йыйылмаһы хаҡын иҫәпләп сығарҙы. Ул 1992,19 һум тәшкил итә. Рәсәй буйынса был һан 2272,67 һумға тигеҙ. Аҙыҡ-түлек кәрзиненә иң кәрәкле продукттарҙың 33 төрө инә.

Статистика мәғлүмәттәренә ярашлы, мартта бер килограмм арыш икмәгенең хаҡы республика буйынса уртаса 23,03 һум тәшкил итте, бойҙай икмәге һәм булкалар – 22,87 һум, вермишель 28,12 һум торҙо. Бер кило дөгө ярмаһы өсөн – 38,5 һум, шәкәр – 33,27, картуф өсөн 14,37 һум түләнек.

Һыйыр ите һатып алыусыларға килограмы 170,19 һумға, сусҡа ите – 167,4, тауыҡ 86,71 һумға төштө. Һыйыр итенең иң ҡиммәт хаҡы республиканың дүрт ҡалаһында күҙәтелде: Өфө, Нефтекама, Сибай һәм Стәрлетамаҡ — баш ҡалала ул 178,32 һумға һатыла, был продукцияға иң түбән хаҡ —Нефтекамала (158,77 һум).

Бер литр пастеризацияланған һөттөң хаҡы уртаса 23,34 һум тәшкил итте. Аҡ майҙың килограмы мартта һатып алыусыларға 175,92 һумға төштө. Үҫемлек майының бер литры –  52,09 һум, ә бер тиҫтә йомортҡа  34,22 һум торҙо.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть