6 декабрь, Шишәмбе

22 апрель 2010 йыл, 15:37

Алдағы шәмбелә Өфөлә инвалидтар араһында йөҙөү буйынса ярыштар үтә

автор: Дмитрий Слезин

Шәмбелә, 24 апрелдә Өфөлә «Буревестник» физкультура йортонда  Башҡортостан Республикаһы инвалидтарының II комплекслы спартакиадаһы иҫәбенә йөҙөү буйынса ярыштар үтәсәк. Бында терәк-хәрәкәт аппараты имгәнгән, ишетеү, күреү һәләте насар йөҙҙән ашыу спортсы ҡатнашасаҡ.  

Спартакиада программаһына пауэрлифтинг, саңғы уҙыштары, йөҙөү һәм еңел атлетика буйынса ярыштар индерелгән, ә быйыл уға өҫтәл теннисы ла өҫтәлде. Пауэрлифтинг һәм саңғы уҙыштары буйынса ярыштар бығаса үткән булһа, еңел атлетика буйынса ярыштар — май айына, ә өҫтәл теннисы октябргә планлаштырылған.

Йөҙөү буйынса ярыштар сәғәт 12-лә башлана.