Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.98 ↑

EUR 62.04 ↑

29 апрель, Шәмбе

Уфа   °

Майҙың тәүге ун көнөндә почта элемтәһе бүлексәләренең эш режимы

Иҡтисад

Май байрамдары менән бәйле, почта элемтәһе бүлексәләре айырым көндәрҙә ҡыҫҡартылған режимда эшләйәсәк.

30 апрелдә һәм 8 майҙа почта элемтәһенең бөтә бүлексәләре бер сәғәткә кәмерәк эшләйәсәк. 1 май — ял көнө. 2-7 майҙа почта ҡәҙимге режимда эшләйәсәк. 450000, Ленин урамы, 28; 450071, СССР-ҙың 50 йыллығы урамы, 47 һәм 450112, Ульяновтар урамы, 36 адрестары буйынса Өфө бүлексәләре 9 майҙа сәғәт 9-ҙан 14 сәғәткә тиклем, төшкө ялға туҡтамайынса эшләйәсәк. Стәрлетамаҡта 453100-сө почта бүлексәһе эшләйәсәк. Башҡортостан Республикаһының икенсе класлы почта элемтәһе бүлексәләре лә сәғәт 9-ҙан 14 сәғәткә тиклем асыҡ буласаҡ. Ҡалған бөтә почта бүлексәләре өсөн ял көнө билдәләнгән. 10 майҙа бөтә почта элемтәһе бүлексәләре ҡәҙимге график буйынса эшләйәсәк.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть