7 декабрь, Шаршамбы

22 апрель 2010 йыл, 15:22

Башҡортостан дзюдосылары Рәсәй чемпионаты миҙалдары менән

автор: Дмитрий Слезин

Зеленоградта ишетеү һәләте буйынса инвалид спортсылар араһында дзюдо буйынса Рәсәй чемпионаты үтте. «Башинформ» агентлығына Йәштәр сәйәсәте, спорт һәм туризм министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, Башҡортостан Республикаһы командаһы дөйөм команда иҫәбе буйынса икенсе урын алған.  

Көрәшселәребеҙ Силәбе дзюдосыларын ғына үткәргән. Санкт-Петербург йыйылма командаһы өсөнсө урында.

Чемпионаттың «алтын» миҙалдарын Заур Бедоноков, Рөстәм Нәжметдинов яулаған; «көмөш» наградалар Ринат Ҡадыров менән Дамира Ғариповаға эләккән; Александр Майоров, Валентин Ильин һәм Ксения Богдановала — «бронза».