6 декабрь, Шишәмбе

22 апрель 2010 йыл, 14:49

Күсемһеҙ милек күргәҙмәһе асылды

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

Өфөлә, «Аҡбуҙат» ипподромында, «Күсемһеҙ милек. Яҙ-2010» XIV күргәҙмә-йәрминкәһе асылды. Ошонда уҡ «Финанстар йәрминкәһе» һәм «Коттедж. Усадьба. Дача. Аҙ ҡатлы һәм ағас йорттар һалыу» күргәҙмәләре лә эшләй башланы. Уларҙы ойоштороусылар — Башҡортостан Республикаһының Сауҙа-сәнәғәт палатаһы, Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәте һәм «Азимут» Күсемһеҙ милек буйынса берҙәм мәғлүмәт хеҙмәте.

Күсемһеҙ милек күргәҙмәһе Өфөлә даими рәүештә йылына ике тапҡыр үткәрелә һәм баш ҡала тормошонда мөһим ваҡиға булып тора. Уның төп бурысы – тармаҡ профессионалдарын берләштереү һәм халыҡҡа һатыу-һатып алыу һәм күсемһеҙ милек менән башҡа операциялар үткәреү мәсьәләләре буйынса аңлатыу эше алып барыу.  

Программала тематик семинарҙар һәм конференциялар үткәреү ҡаралған. Быйыл экспозицияла яңы проект — «Буш майҙандар йәрминкәһе» — бирелә, унда хужалар һәм коммерция күсемһеҙ милке менән идара итеүселәр сауҙа, офис һәм склад биналарын тәҡдим итә.

«Күсемһеҙ милек. Яҙ-2010» XIV күргәҙмә-йәрминкәһе 24 апрелгә тиклем эшләйәсәк.