9 декабрь, Йома

22 апрель 2010 йыл, 14:10

Йыл башынан алып ҡулланыусыларҙан 776 мөрәжәғәт килгән

автор: Ғәлиә Нәбиева

Быйыл БР Ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау һәм алкоголь продукцияһы әйләнешен һәм сифатын контролләү идаралығына граждандарҙан 776 мөрәжәғәт килгән, шуларҙың 743-ө тикшерелгән. Белгестәр 651 ҡулланыусыға кәңәштәре менән ярҙам иткән. Ялыуҙарҙың иң ҙур өлөшө сәнәғәт тауарҙары менән һатыу итеү һәм хеҙмәт күрһәтеү өлкәһенә тура килә. Ҡулланыусылар күп осраҡта етешһеҙлектәре булған тауарҙарға (54), тауарҙы алмаштырыуҙан баш тартыуҙарына йәки алыш – биреш итеү килешеүен тарҡатыуҙарына (14), талаптарҙы ҡәнәғәтләндереүгә бирелгән срокты боҙоуға (18) зарлана.  

БР Ҡулланыусылар хоҡуғын яҡлау һәм алкоголь продукцияһы әйләнешен һәм сифатын контролләү идаралығы белгестәре билдәләүенсә, мобиль телефондар һатып алыу һәм йүнәтеү менән бәйле ялыуҙар (15), ҡатмарлы көнкүреш аппаратураһына (23), автомобилдәргә (7), өҫкө кейем, аяҡ кейеме һәм башҡаларға (31), компьютер техникаһына (6) ялыуҙар артҡан. 2009 йыл менән сағыштырғанда, граждандарҙың көнкүреш техникаһын һәм автомобилдәрҙе ремонтлау буйынса күрһәтелгән сифатһыҙ хеҙмәттәр, банк, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ хеҙмәттәре һәм төҙөлөштә өлөшләтә ҡатнашлыҡ менән бәйле мөрәжәғәттәре артҡан. Страховкалау хеҙмәттәренә лә ялыуҙар бар.

Тикшереүҙәр һөҙөмтәһендә тейешле сифатта булмаған тауар, хеҙмәт һәм эштәргә түләнгән 788,5 мең һум аҡса ҡулланыусыларға кире ҡайтарылған.