Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.97 ↑

EUR 62.16 ↓

28 апрель, Йома

Уфа   °

«Һылыуҡай»ҙар «Этно–эрато» халыҡ-ара юғары мода конкурсында ҡатнашасаҡ

Йәмғиәт

«Һылыуҡай-2010» республика телевизион конкурсы финалсылары 24-25 апрелдә Мәскәүҙә үтәсәк «Этно–эрато» XI халыҡ-ара юғары милли кейем модаһы конкурсында ҡатнашасаҡ. Башҡортостан модель студияһынан ҡыҙҙар унда Мәскәү ҡалаһының Төбәк-ара бәйләнештәр һәм милли сәйәсәт комитеты саҡырыуы буйынса бара.  

«Һылыуҡай-2010» проектының телевизион версияһы редакторы Рөстәм Атнабаев хәбәр итеүенсә, башҡорт һылыуҡайҙары конкурста Өфөнән өс йәш дизайнерҙың коллекцияһын күрһәтәсәк, шулай уҡ финал гала-күрһәтеүҙә ҡатнашасаҡ.

Башҡортостандың иң сибәр ҡыҙҙары делегацияһын «Һылыуҡай» студияһы директоры Линара Таһирова етәкләй. Ҡыҙҙар менән бергә «Тамыр» студияһының «ВЕЧЕР. com» йәштәр программаһы төркөмө, алып барыусылар Руслан Фаршатов менән Олег Исланов та юлға сыҡты.

«Һылыуҡай» студияһынан ҡыҙҙар ҡатнашлығында «Этно–эрато» XI халыҡ-ара юғары милли кейем модаһы конкурсына арналған «ВЕЧЕР. com» программаһы махсус сығарылышы «БЮТ» каналында 2 майҙа күрһәтеләсәк.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть