5 декабрь, Дүшәмбе

22 апрель 2010 йыл, 13:40

Раил Сарбаев: Бөйөк Еңеү байрамы юғары рухта үтһен өсөн мөмкин булғандың барыһын да эшләйәсәкбеҙ

автор: Сергей Захаров | фото: Андрей Старостин

Еңеүҙең 65 йыллығын байрам итеү сиктәрендә Башҡортостандың һуғыш ветерандары делегацияһы Мәскәүҙә, Санкт-Петербургта, Волгоградта, Белгородта һәм Курскта үтәсәк тантаналы сараларҙа ҡатнаша. Респуликаның барлыҡ район һәм ҡалаларынан 270 ветеран байрамға Өфөгә киләсәк. Өс көн дауамында уларға «Йәшел сауҡалыҡ» шифаханаһында ял һәм дауаланыу ойошторола. Был турала бөгөн башҡорт парламентарийҙары алдында сығыш яһағанында республика Хөкүмәте Премьер-министры хәбәр итте.

Раил Сарбаев, шулай уҡ, 9 майҙа Ленин исемендәге майҙанда үтәсәк парадта ике меңдән ашыу кеше ҡатнашасағы хаҡында әйтте.  Унда, һуғыш йылдары өлгөләрен дә иҫәпкә алғанда, 40 техника берәмеге ҡатнашыуы көтөлә.

Парад алдынан, 8 майҙа, Конгресс-холдың концерт залында сәнғәт оҫталары концерты һәм республика етәкселегенең Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарын тантаналы ҡабул итеүе үтәсәк.

Премьер-министр әйтеүенсә, Еңеүҙең 65 йыллығы символикаһы менән баҫма продукция нәшер итеү дауам ителә. Башҡортостан етәселеге исеменән һуғыш ветерандары һәм уларға тиңләштерелгән хәрби хәрәкәттә ҡатнашыусылар адресына бер нисә төрҙәге ҡотлау открыткаларын сығарыуға әҙерләнәләр.

Бөйөк Ватан һуғышына арналған иҫтәлекле урындар һәм ҡоролмаларға ремонт һәм эргә-тирәһен төҙөкләндереү буйынса ҙур эштәр алып барыла. Үткән йылда республика бюджетынан был маҡсатҡа 8 миллион 429 мең һум аҡса йүнәлтелгән, ағымдағы йылда йәнә 5 миллион 689 мең һум күсереү планлаштырыла.

Еңеү юбилейына күп һанлы спорт бәйгеләре, шулар иҫәбендә билбау менән көрәш, бильярд һәм ат ярыштары, ҡул көрәше, фехтование буйынса турнирҙар, ойошторола.

«Бөйөк Ватан һуғышында фашистик Германияны Еңеүгә бик юғары хаҡ бирелде. Миллионлаған ватандаштарыбыҙ азатлығыбыҙҙы һәм Ватаныбыҙҙың үҙаллылығыҙ һаҡлап, яу яландарында башын һалды. Хәҙер аяуһыҙ ваҡыт ошо ҡан ҡойошло һуғыш ветерандарын беҙҙән тартып ала.  Әлеге мәлдә республикала 12 меңдән әҙ генә күберәк кеше иҫән ҡалған. Ләкин уларҙың үлемһеҙ батырлығы тураһындағы хәтергә ваҡыт йоғонто яһай алмай.  

Беҙ барыбыҙ ҙа еңеүселәр быуыны алдында түләй алмаҫлыҡ бурыслыбыҙ һәм ҡәҙерле ветерандарыбыҙға лайыҡлы хөрмәт күрһәтеү, һәр береһен иғтибар һәм ихтирам менән солғау маҡсатында, Бөйөк Еңеү байрамы юғары патриотик нотала үтһен өсөн барыһын да эшләйәсәкбеҙ», — тип тамамланы сығышын Раил Сарбаев.